Уларҙың һәр береһендә эксперттар халыҡты борсоған һоаруҙарға яуап бирҙе. Белгестәр эшҡыуарҙарға һанлы ҡултамға булдырыу кәрәклеге һәм льготалы кредиттар тураһында һөйләне. Опекундар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре, эшһеҙ һәм социаль яҡтан яҡланмаған граждандар менән осрашыуҙа дәүләт яғынан күрһәтелгән ярҙамды юллау тәртибе менән таныштырҙы. Уҡыусылар менән бергә аҡсаны планлаштырыу юлдары ла тикшерелде.






