Рәсәйҙең 700 ҡалаһында, шул иҫәптән Өфөлә рус теленән «Тоталь диктант» үтте. Белемен тикшерергә теләүселәр өсөн баш ҡалала 35 майҙансыҡ ойошторолдо.
Мәғрифәтселек акцияһына Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ла ҡушылды. Парламентарийҙар рус телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүсе сарала йыл һайын әүҙем ҡатнаша.
Диктантты яңыраҡ рус телен өйрәнә башлаусылар ҙа яҙҙы. 4 меңдән ашыу сит ил студенты белем алған Башҡорт дәүләт медицина университетында махсус майҙансыҡ эшләне. Унда 200-ҙән ашыу егет-ҡыҙ белем кимәлен тикшерҙе.
Тәүге «Тоталь диктант» акцияһы 2004 йылда Новосибирск ҡалаһында ойошторолғайны. Ошо ваҡыт эсендә акция Бөтә Рәсәй кимәленә күтәрелеп йыл һайын үткәрелә. Быйылғы «Тоталь диктант» тексының авторы - яҙыусы һәм журналист Василий Авченко.






