«Был донъяла эҙең ҡалһын. Ҡош юлындай...» Өфө фән һәм технологиялар университетында билдәле ғалим, тел белгесе, тәржемәсе Ғәйнислам Ибраһимовтың Хәтер кисәһе үтте. Быйыл уға 55 йәш тулған булыр ине. Иҫкә алыу сараһына туғандары, дуҫтары, мәҙәниәт, фән һәм мәғариф эшмәкәрҙәре, студенттар йыйылды.
Ғәйнислам Дәүләтбай улы башҡорт халыҡ ижады һәм әҙәби әҫәрҙәрен төрөк теленә тәржемә иткән. Ғилми эшмәкәрлеге төрки телдәрҙең сағыштырмаса грамматикаһына, төрки халыҡтарҙың фольклорына арналған. Тынғыһыҙ һәм фиҙаҡәр хеҙмәте 2003 йылда Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы менән билдәләнә.
Ғәйнислам Ибраһимов Баймаҡ районында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт университетын һәм Төркиәлә Анкара университететын тамамлаған. Юғары белем алғандан һуң 2000 йылда Башҡорт дәүләт университетында уҡытыусы булып эш башлай, Көнсығышты өйрәнеү кафедраһын ойоштороуға тос өлөш индерә. Филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы була. Ул 150-ән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.



