Өфөлә, Башҡортотстандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт- музейында үҙенсәлекле сәғәттәр донъяһы менән танышырға мөмкин. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.
Был ҡумтала сәғәт һайын музыка уйнала. Йөҙҙән ашыу көй тыңларға була. Ишектәр асылғандан һуң төрлө инструменттарҙа уйнаған музыкант-ҡурсаҡтар пәйҙа була. 7-се класс уҡыусыһы Алан Һаҙыев 11 йыл элек сәғәттәр төҙәтеү менән мауыға башлай. Был күргәҙмәлә май аҙағына тиклем донъяның төрлө тарафтарынан йыйылған 500-ҙән ашыу сәғәт коллекцияһы менән танышырға мөмкин.
Алан Һаҙыев ҡулындағы һәр сәғәттең үҙ тарихы. «Уларҙы ентекле өйрәнгәндә, тотош ил тарихы менән танышырға мөмкин», ти сәғәт ҡорау оҫтаһы. Константин Чайкиндың бүләге 12 ваҡыт поясында сәғәтте күрһәтә. Ер шарындағы иң йәш ваҡыт хужаһы тәүлек эсендәге ваҡыттың бер-нисә сәғәткә кәмеүен дә инҡар итмәй.
Ысынлап та, бөгөнгө шәп тиҙлектәр донъяһында беҙҙең тормошобоҙҙо сәғәтһеҙ күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Алан Һаҙыев коллекцияһында әлеге ваҡытта 600 ашыу сәғәт иҫәпләнә. Сәғәт ҡораусы механик сәғәттәргә өҫтөнлөк бирә.» Бындай сәғәттәр электрһыҙ эшләй, теләгән ваҡытта уларҙы көйләп ваҡытты белергә була.» ти оҫта. Әйткәйндәй йәш коллеционер һуңғы йылдарҙа боронғо патефондарҙы ла ҡорай башлаған. Күргәҙмәгә килеүселәр уға йыр-моңдар яҙылған раритет пластинкалар ҙа бүләк итә.
Илдар Байбулатов, Гүзәл Борханова



