Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рима Баталованың IX «Милләт йәшлеге» йәмәғәт премияһының почетлы ҡунаҡтары менән осрашты. Сарала оҙонлоҡҡа һикереү буйынса Олимпия чемпионы Татьяна Лебедева, биатлон буйынса донъя чемпионы Антон Шипулин, фигуралы шыуыу буйынса донъя чемпионы Елизавета Туҡтамышева башҡа билдәле физкультура һәм спорт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
Радий Хәбиров республикала 120 төр спорт төрө үҫтерелеүе тураһында һөйләне. Башҡортостан спорт ҡоролмалары һаны буйынса илдә икенсе урында тора. Республика Башлығы осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың Өфөлә фигуралы шыуыу буйынса Гран-приҙың бер этабын, быйыл декабрҙә биатлон буйынса Берҙәмлек Кубогын үткәрергә, тигән тәҡдимен хупланы.
2014 йылда булдырылған «Милләт йәшлеге» йәмәғәт наградаһы Башҡортостан өсөн традицион яҙғы байрамға әүерелде лә инде. Был 13 тапҡыр паралимпия чемпионы Рима Баталованың проекты. Барыһы ла Сочиҙағы Олимпиаданан башлана. Хәҙер «Милләт йәшлеге» - йәмәғәт эшмәкәрҙәре, спортсылар һәм артистар тарафынан хупланған традицион премия һанала.
Ул паралимпия спортын үҫтереүгә булышлыҡ иткән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән спортсыларға, шулай уҡ тренерҙарға һәм бағыусыларға бирелә.



