Ирекмәндәр бүлмәләрҙе төҙөлөш эшенән һуң таҙартты, ир-егеттәр мебель йыйҙы. Әле барлыҡ тышҡы эштәр ҙә теүәлләнгән. Бина эсендә биҙәкләү саралары бара. Ололар өсөн тәғәйенләнгән бүлектә мәшәҡәттәр тамамланыу алдында, бүлмәләр кәрәкле мебель менән йыһазландырылған. Медицина ҡорамалдарының бер өлөшө һатып алынған. Шәмбе өмәһенә йәштәр ҙә, ололар ҙә әүҙем ҡушылған.
Хоспис дауалап булмаҫлыҡ сирҙәр менән яфаланған ололарға һәм балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн төҙөлгән. Объекттың дөйөм майҙаны - 13 мең квадрат метр. Стационар 60 урынға иҫәпләнгән. Социаль учреждениела бассейн, китапхана, ҡышҡы баҡса, ата-әсәләр һәм туғандар өсөн бүлмәләр бар. Хоспис быйыл йәй эшләй башлар тип көтөлә.






