Александр Доставалов исемендәге ирекле башҡорт батальон яугирҙары кире алғы һыҙыҡҡа юлға сыҡты

Махсус хәрби операция биләмәһендә хәл тотороҡланыуы һөҙөмтәһендә яугирҙарға ял мөмкинлеге. Александр Доставалов исемендәге ирекле башҡорт батальон яугирҙары 10 тәүлек тыуған ерендә булды. Бөгөн улар кире алғы һыҙыҡҡа юлға сыҡты. Республиканан бүленгән махсус транспорт егеттәрҙе алып барып, киләһе төркөмдө ялға алып ҡайтыр тип көтөлә.

Ял ваҡытында яугирҙар тыуған ауылдарында хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашыуҙан, төрлө яҡлы осрашыуҙарҙа ла ҡатнашып өлгөргән. Мәктәптәрҙә айырым кластарҙа ойошторолған «ҡаһарманлыҡ дәрестәрендә» сығыш яһаған. Уҡыусылар һорауҙарына яуап биреп, илһөйәрлектең ниҙән башланыуын бәйән иткән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ