Оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров был йүнәлештә тейешле ярҙам күрһәтеләсәк тип билдәләне. Шул уҡ ваҡытта төбәктә «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркы филиалдарын булдырыу, район-ҡалаларҙы төҙөкләндереү, йәшелләндереү ҙә ҡаралған. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә
Оператив кәңәшмәлә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр республиканың дәүләт наградалары менән тәбрикләнде. Шулай уҡ махсус хәрби операция биләмәһендә яҡташтарыбыҙҙы ҡеүәтләүсе отец Виктор менән Хәмзә хәҙрәт тә Радий Хәбиров ҡулынан Рәхмәт Хаты алды. Төбәк етәксеһе алғы һыҙыҡта ҡаһарманлыҡ һәм яуаплы эш күрһәткән һәр кемде айырым билдәләне.
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға исемле мотоуҡсылар полкы ойоштороласаҡ. Ирекле батальондар командирҙарының башланғысы юғары кимәлдә хуплау тапҡан.
12 апрелдә, Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнөндә «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркының филиалдарын үҫтереүгә арналған ҙур кәңәшмә үтә. Радий Хәбиров был йүнәлешкә яуаплы ҡараш талап итте.
Оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров Башҡортостан мәҙәниәт министрлығына Өфөлә барлыҡҡа киләсәк «Ҡайтарылҡан исемдәр» музейы эстәлеген уйлай башларға ҡушты. Республикала экспозицияға лайыҡлы шәхестәр күп.
Быйыл Өфө биләмәһендә йәмәғәт киңлектәрен, шул иҫәптән 11 парктты төҙөкләндереү буйынса саралар планлаштырылған. Күпселеге буйынса килешеүҙәр төҙөлгән. Радий Хәбиров ҡышҡы миҙгелдән һуң баш ҡалала тәртип, таҙалыҡ урынлашыуын айырым билдәләп үтте. Шул уҡ ваҡытта республика башлығының Контроль идаралығы күҙәтеүҙәре буйынса башҡа район-ҡалаларҙа бөтөнләй кире күренеш теркәлгән. «Ҡышҡы йоҡонан уянырға ваҡыт»,-тине оператив кәңәшмә барышында төбәк башлығы муниципалитеттар етәкселәренә.
Республикала апрель башында тәүге урман янғыны теркәлде, Белорет районында ярты гектар участка зыян күргән. Шул уҡ ваҡытта ҡоро үлән яныу осраҡтары ла ҡырҡа артыуы күҙәтелә. Быға бәйле, төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәкселеге киләһе аҙнанан янғынға ҡаршы айырыуса режим индереүҙе һораны.
Ил Президенты ҡушыуы буйынса төбәктә «Хәтер баҡсаһы» Халыҡ-ара акцияһын уҙғарыу планлаштырылған. Сара Ватан һағына баҫҡан геройҙарҙы ҡеүәтләүгә йүнәлтелә. Уның сиктәрендә урман фондының 72 участкаһында 700 мең ағас ултыртыла. Үҙәк майҙансыҡ итеп Шишмә районында урынлашҡан Турахан кәшәнәһе биләмәһе һайлап алынған. Унда ҡайынлыҡ буласаҡ.
22 апрелдә республикала «Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһы старт ала. Быйыл унда туҡһан меңдән ашыу кеше ҡатнашыр тип көтөлә. Дөйөм алғанда, 64 тематик аллея ойоштороу ҡаралған.
Гөлназ Хәйбуллина




