Ҡариҙел районында «Башҡорт яҙы» тип исемләнгән патриотик концерт үтте

Илһөйәрлек рухында ойошторолған сараға урындағы халыҡ күпләп йыйылды. Махсус операцияла ҡатнашыусылар ғаиләләре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары патриотик йырҙар тыңлап бай йөкмәткеле тамаша ҡараны. Концертта Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары һәм «Йәшлек» халыҡ ансамбле бейеүселәре сығыш яһаны. Тыуған илде данлап, берҙәмлеккә әйҙәгән сара төбәктең башҡа райондарында ла ойошторолор тип көтөлә.

Махсус операцияла ҡатнашыусылар өсөн тыуған төбәктән ебәрелгән ярҙамды һалдаттар оло рәхмәт менән ҡабул итә. Яҡын кешеләрҙән ебәрелгән әйберҙәр, хаттар, биләмәләрҙә ойошторолған саралар баһалап бөткөһөҙ рухи ярҙам өҫтәй.

Илдар Ғафаров, махсус операцияла ҡатнашыусы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ