Әбйәлил районының Әбделмәмбәт мәктәбе ошо программа сиктәрендә биш проект әҙерләгән. Мәктәп уҡыусыларында Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Улар командаларға берләшеп төрлө үҙенсәлекле проекттар өҫтөндә эш башлаған. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҡыҙыҡлы биш проект әҙерләнгән.
«Мистер Wi-Fi», «Китап геройҙары - экран геройҙары», «Ишектәр аша йондоҙҙарға», «Һау бул!», «Башланғыс хәрби әҙерлек». Мәктәптә үткән йыйылышта командалар үҙ эштәре, тәҡдимдәре менән сығыш яһаған, үҙҙәренә оҡшаған проекттар өсөн тауыш биргән.
Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса «Атлеттар» командаһының «Һау бул!» проекты еңеп сыҡҡан. Уға ярашты, мәктәптең тренажер залына ремонт эштәре башҡарыу, яңы ҡорамалдар алыу ҡарала.



