Күргәҙмәгә Беренсе Рәсәй императоры ҡаҙаныштарына арналған тимер аҡса һүрәттәре менән фототаҫмалар ҡуйылған. Уҡыу залына килеүселәр Петр Беренсенең Бөйөк Еңеүҙәре һәм реформалары, даими армия һәм флот булдырыу тарихы, яңы ҡалалар төҙөлөшө сағылдырылған иҫтәлекле тимер аҡсаларҙың ҙурайтылған күсермәләре менән таныша ала.
Билдәле булыуынса, уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарынан алып император эшмәкәрлегенә бәйле тимер аҡсаның иллегә яҡын төрө сығарылған. Күргәҙмә 28 апрелгә тиклем эшләй, инеү бушлай.



