26-сы тапҡыр уҙғарылған сарала танылыу яулаған сәхнә оҫталары һәм сит ил артистары ҡатнашты. Өс көнгә иҫәпләнгән байрамды «Ҙур Джаз» конкурсы еңеүсеһе, йырсы Анастасия Иванова менән пианист Алексей Подымкин асты.
Фестиваль дауамында Өфө коллективтары һәм Башҡорт дәүләт филармонияһының Олег Ҡасимов етәкләгән Биг-бэнды ла сығыш яһаны. Шулай уҡ Өфө сәхнәһен халыҡ-ара конкурстар лауреаттары биҙәне Күләмле байрам «Родина» кинотеатрында Рәсәй джазының бер быуатлыҡ юбилейына арналған «Джаз- 100» фильмын күрһәтеү менән тамамланды.



