Тайыштабандарға әле өс ай, улар яңыраҡ ҡына өңдәренән сығарылған. Бәләкәй йыртҡыстарҙы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова барып күрҙе.
Айыу балалары ҡулға эйәләшеп тә өлгөргән. Кешенән ситләшмәйҙәр, әйтерһең, уларҙа бөтөнләй ҡурҡыу тойғоһо юҡ. Бүлмәгә индереү менән тирә-яҡты, оператор камераһын өйрәнергә ынтылалар. Иркәләүҙе яратҡан тайыштабандар бер-береһенән холоҡтары менән генә айырыла.
Биш айыу балаһы ла йыл башында тыуған. Өс айға тиклем улар инәләре менән бергә тотола. Хайуандар үткән аҙнала ғына айырылған.
Көн тәртибе буйынса, айыуҙар ике сәғәт һайын ашатыла. Бер эскәндә литрға яҡын һөт эсәләр. Әле бәләкәй йәнлектәр ҡураға урынлаштырылған. Бында уңайылыҡтар булдырылған, йылытҡыстар ҡуйылған, бесән түшәлгән.
53 йыл элек сафҡа ингән Вольер хужалығында күләмле реконструкция көтөлә. Әле планлаштырыу эштәре бара, проект төҙөлә. 60-ҡа яҡын йәнлек аҫралған вольерҙы зоопарк итеп үҙгәртеп, ҡош-ҡорттарҙы, хайуандарҙы арттырыу күҙаллана.
Әлфинә Килдейәрова






