2015 йылда ойошторола башлаған акция 4 йылдан һуң халыҡ-ара статусҡа эйә була. Яҙма эштә ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта. Былтыр диктантты 330 меңдән ашыу кеше яҙа. 2020 йылда ҡатмарлы пандемия шарттарында ул тик онлайн рәүештә генә үтә һәм тәүге тапҡыр төньяҡ-көнбайыш диалектта яҙыла.
Һуңғы өс йылда акция «Башҡортостан милли һәм дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Быйыл диктант башҡорт телендә иркен аралашыусылар, башланғыс кимәлдә белеүселәр һәм диалект вәкилдәре өсөн айырым бер нисә майҙансыҡта ойошторола. Уның шарттары һәм тулыраҡ мәғлүмәт менән башдиктант.ру сайтында танышырға мөмкин.






