Ғаиләләрҙе комплексы оҙатыу үҙәге Баймаҡта өлөшләтә мобилизацияға саҡырылған граждандарҙың ҡатындары һәм балалары өсөн сара ойошторҙо. Улар менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты.
Баймаҡ ҡалаһынан Гүзәл Мәжитова дүрт бала әсәһе. Ғаилә башлығы Тыуған илде һаҡлау бурысы мөһим икәнлеген аңлап, үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. Гүзәл Мәжитова иптәшенең теләген хуплай, әммә күп бала әсәһе психолог ярҙамына мохтаж.
Асыҡ ишектәр көнөндә өлөшләтә мобилизацияға эләккән ир -егеттәрҙең ҡатындарына психологик, юридик яҡтан кәңәштәр бирелде. Шул уҡ ваҡытта уларҙың балалары менән реабилитация үҙәге белгестәре шөғөлләнде. Был сара «Йәшә» проекты сиктәрендә башҡарылды. Ул Президент гранты фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Осрашыуҙар һәр райондың «Ғаилә» үҙәгендә үтә. Баймаҡ ҡалаһында Ғаиләләрҙе комплексы оҙатыу үҙәге уҙған йылдың декабрендә асыла. Асыҡ ишектәр көнө хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ауыр саҡта белгес ярҙамы алыу менән бер рәттән үҙ-ара аралашыу майҙансығы ла булып торҙо.
Альбина Байегетова






