221 гектар ер янған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығанан хәбәр итеүҙәренсә, 24 район биләмәһендә урманда ут сығыу хәүефе һаҡлана. Ҡотҡарыусылар халыҡты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк. Элемтә телефоны: 112. Урманда янғын сыҡҡан осраҡта 8 (347) 218-14-14 йәки 8-800-100-94-00 телефондары буйынса хәбәр итергә була.







