Ул элемтәсе булып яу юлын үткән һәм Ҡалмыҡ республикаһының Садовое ауылы янында ерләнгән. Батыр яугирҙың туғандары был турала белмәй һәм оҙаҡ йылдар яҡынын эҙләй. 2020 йылда Башҡортостан һәм Ҡалмыҡ эҙәрмәндәре яҡташыбыҙҙы эҙләү буйынса эш башлай. Белгестәр Зәйтүнә Әлибаеваның ҡәберенә юлыға һәм хәбәрһеҙ юғалған яҡташыбыҙҙың һөйәктәре табыла. “Миәкә хәтере” эҙәрмәндәр отряды етәксеһе Вилсур Нафиков һөйләй.
Ҡырғыҙ-Миәкәнең 1-се мәктәбендә Бөйөк Ватан һуғышына, ветерандарға арналған музей эшләй. Унда Зәйтүнә Әлибаева хаҡында мөйөш булдырылған.







