Йыл аҙағына тиклем Минск автомобиль заводы менән берлектә 230 троллейбус сығарыу ҡарала. Проекттың суммаһы 4 миллиард һумдан ашыу. Былтыр Өфө компанияһы Рәсәй ҡалаларына Белорусь машина комплекттары нигеҙендә эшләнгән 43 берәмек электр транспорт оҙатҡан. Өфө-Минск тролейбустары электроника менән йыһазландырылған. Водитель алдында борт компьютеры тора. Кузовта һәм салонда бер нисә видеокамера урынлаштырылған. Яңы быуын троллейбустарына ихтыяж ҙур. Транспорттың яңы партияһы Хабаровск, Братск, Новосибирск, Новокузнецк һәм Пенза ҡалаларына ебәрелә. Шулай уҡ Өфө һәм Стәрлетамаҡ өсөн техника һатып алыуға килешеү төҙөү ҡарала. Быйыл МАЗ-213 кузовы нигеҙендә сығарылған троллейбустың яңы моделе менән таныштырыу була. Уны Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең 10-сы форумында күрһәтергә ниәтләйҙәр. Эшлекле йыйын Өфөлә 26 июндә башлана һәм өс көн дауам итә.




