Ҡариҙелдән Миңлебаевтар гер триатлоны буйынса Бөтә донъя олимпия уйындарында уңыш яулаған

Ярыш Архангель өлкәһендә уҙған. Ғаилә башлығы Альберт Миңлебаев “Алтын йондоҙ” орденына лайыҡ булған. Ҡыҙы Альзана “Гер триатлоны рыцары” ордены менән бүләкләнгән.  Ейәне Эльмир Ибраһимов “Алтын гер күтәреүсе” наградаһын алған. Ҡариҙел район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин яҡташтарын социаль селтәрҙә ҡотлаған. “Миңлебаевтар беҙҙең ғорурлыҡ. Улар тағы ла бер тапҡыр көс, ҡыйыулыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәтте. Спортсылар Ҡариҙел һәм Башҡортостанды бөтә илгә таныта. Рәхмәт һеҙгә”,  ти район етәксеһе.

Фото №1 - Ҡариҙелдән Миңлебаевтар гер триатлоны буйынса Бөтә донъя олимпия уйындарында уңыш яулаған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ