Башҡортостанда 44 район яҙғы ҡыр эштәрен башланы

Баҫыуҙарҙа әле дым ҡаплау, ужым культураларын туҡландырыу бара. Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән, Мәләүез һәм Бүздәк райондары иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы сәсеүгә төштө, тип белдерәләр ауыл хужалығы министрлығынан. Сәсеү компанияһына финанс сығымдар 23 миллиард һумдан аша. Финанстың төп сығанаҡтары тип предприятиеларҙың килеме, ҡыҫҡа ваҡытлы ташламалы кредит һәм дәүләт ярҙамы билдәләнә.

Фото №1 - Башҡортостанда 44 район яҙғы ҡыр эштәрен башланы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ