Башҡортостанда лицензиялы 10 имсе бар

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы рәсми рәүештә халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнеүселәрҙе теркәне. Илдә бындай закон 2018 йылда ҡабул ителде. Лицензия алған ун имсенең бишәүһе Өфөлә эшләй. Шулай уҡ Мәләүез, Белорет, Туймазы ҡалаларында, Үрге Тәтешле һәм Иглин районы Аҡбирҙе ауылдарында халыҡ табиптары бар. Улар дауаханалар менән килешеү нигеҙендә, мотлаҡ медицина белгестәре контролендә дауалау  менән шөғөлләнергә  тейеш.

Фото №1 - Башҡортостанда лицензиялы 10 имсе бар
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ