Намыҫ, тоғролоҡ, әҙәп, илһөйәрлек. Ғафури райоынының Яңғыҙҡайын ауылы мәктәбе уҡыусылары тап ошо сифаттарҙың асылына төшөндө. Өлгө итеп махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан ауылдаштары ҡуйылды.
Яугир менән осрашыуҙа Ватанға һөйөү, илебеҙҙең данлы тарихы тураһында һөйләшеү ойошторолдо. Балалар Рәсәйҙең бөгөнгө йылъяҙмаһын, хәрби операцияның әһәмиәтен өйрәнде. Яугир ауылдаштарына иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләне.






