Йылдағыса уны өс кимәлдә: башҡортса иркен аралашыусы, телде башлап өйрәнеүселәр һәм төньяҡ-көнбайыш диалектында аралашыусылар өсөн үткәреү ҡаралған. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирҙарын рәсми сайтта, «Бәйләнештә» селтәрендә һәм телеграм-каналда ҡарарға мөмкин. Фотоға төшөрөлгән яҙма эштәр 23 апрель төнгө сәғәт 12-гә тиклем ҡабул ителә. Бынан тыш, башҡорт теленән диктант яҙыу буйынса Өфө, республика район-ҡалалары һәм күрше төбәктәрҙә майҙансыҡтар эшләй.






