Башҡортостанда 17 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

     Республикала үткән тәүлектә ҡоро үләнгә ут ҡабыуҙың 32 осрағы теркәлгән. Барыһы ла һүндерелгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн 24 район биләмәһендә урманда ут сығыу хәүефе һаҡлана. Ведомство етәксеһе Фәрит Ғүмәров:  

     “Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелә. Ул 17 апрелдән ғәмәлдә була. Быйыл беренсе урман янғыны апрель башында Белорет районында теркәлде. Шулай уҡ көн һайын ҡоро үләнгә ут ҡабыу осраҡтары булып тора. Махсус режим ваҡытында усаҡ яғыу, сүп яндырыу, ауыл хужалығы ерҙәрендә, айырым һаҡланған биләмәләрҙә, юл буйҙарында хәүефле эштәр алып барыу тыйыла. Беҙҙең белгестәр ял урындарында, баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә профилактик рейдтар үткәрә. Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған кешеләр административ яуапҡа тарттырыла.    

      Республикала бәләкәй генә сүп өйөмө яндырып, ҙур янғын сығыу осраҡтары бар.  Мәҫәлән, Ауырғазы районы Ишле ауылында сүп-сар яндырыу арҡаһында, ут таралып киткән, мунса янған. Шишмә районы Александровка ауылында ла ошондай хәл күҙәтелгән. Унда торлаҡ йортҡа ут ҡапҡан. Көндәр ҡоро һәм аяҙ тора. Шуға ла барығыҙҙы ла иғтибарлы һәм һаҡ булырға саҡырабыҙ. Һаулыҡ һәм ғүмерегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ! Һәр кем хәүефһеҙлеккә етди иғтибар бирһә, талаптырҙы теүәл үтәһә, янғындарҙы иҫкәртә алырбыҙ”.

Башҡортостанда 17 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелә
Фото №1 - Башҡортостанда 17 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ