Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актрисаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңниса Бакирова 75 йәшен билдәләй. Юбилей кисәһендә тамашасы иғтибарына Илгиз Зәйниев әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән «Бына һиңә килендәр!» спектакле тәҡдим ителде. Комедияла Миңнисә Миңлевәли ҡыҙы төп ролдәрҙең береһен уйнай. Премьераны ҡала халҡы аншлаг менән ҡабул итте.
Миңнисә Бакирова - ярты быуатҡа яҡын ғүмерен театр сәнғәтенә арнаған актриса. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң, Салауат һәм Стәрлетамаҡ театрҙарында эшләй. Мәҙәниәт техникумында ла уҡытып өлгөрә. Стәрлетамаҡ театры сәхнәһендә 40-тан ашыу роль уйнай. Тамашасы уны образдарға тәрән үтеп инеүсе, драма һәм комик ролдәрҙе лә бер үк оҫта башҡарыусы сәхнә оҫтаһы булараҡ таный.



