Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтар хөрмәтенә ойошторолған кисәлә Бөйөк ватан һуғышы осоро, тыуған илгә һөйөү, тоғролоҡ тураһында йырҙар яңғыраны.
Сәхнәлә профессиональ артистар менән бер рәттән һәүәҫкәр коллективтар сығыш яһаны. Патриотик концертҡа махсус хәрби операция биләмәһенән ялға ҡайтҡан ир-егеттәр ҙә саҡырылды. Улар гуманитар ылау йыйыуҙа ҡатнашҡан яҡташтарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.



