Күлтабан мәктәбе «Патриот» паркының филиалы буласаҡ, ә Сибайҙың ковид госпитале күп профилле дауахана итеп үҙгәртеләсәк.
Һикһәненсе йылдарҙа төҙөлгән юл Гай тау-байыҡтырыу комбинаты, Сибай һәм Бүребай карьерҙары араһында төп бәйләнеш булып тора. Көн дә ҙур йөк машиналары был трассанан йөҙҙәрсә тонна ҡаҙылма байлыҡтар ташый. Әлбиттә, бындай баҫымдан юл да тиҙ эшлектән сыға. Урындағы халыҡтың тамам маҙаһына тейгән мәсьәлә ниһайәт, сиселеш алды.
Тәүге 24 километр быйыл уҡ төҙөкләндереләсәк. Эштәр кисекмәҫтән ремонтланырға тейеш юлдарҙы тәртипкә килтереү республика программаһына ярашлы башҡарыла. Был маҡсатҡа төбәк башлығы өҫтәмә 4 миллиард һум аҡса бүлергә ҡушҡайны.
Тағы бер һуҙыла килгән мәсьәлә Күлтабан ауылының мәҙәни-мәғариф үҙәге. 2003 йылда күтәрелә башлаған бина өлөшләтә файҙаланыуға тапшырылған. Оҙаҡламай ул тулыһынса сафҡа инәсәк, әммә бөтөнләй икенсе дәрәжәлә. Радий Хәбиров бында «Патриот» паркының филиалын ойошторорға тәҡдим итте.
«Патриот» паркы филиалы 2024 йылдың ғинаурында эшләй башларға тейеш. Ошо ваҡытҡа тиклем үҙәкте тулыһынса башҡа йүнәлештә йыһазландырыу ҡарала.
Сибай ҡалаһындағы ковид госпиталде лә яҡын арала үҙгәртеп ҡороу көтә. Ул эш башлағандан алып мең ярымдан ашыу кеше йоғошло сирҙән дауаланған. Хәҙер ул күп профилле дауахана буласаҡ.
Радий Хәбиров Сибайҙа яңы барлыҡҡа килгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәге эше менән дә танышты. Был социаль объект ҡалала март башынан алып хеҙмәттәр күрһәтә. Белгестәр яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам итә, гуманитар ярҙам да ошонда уҡ туплана.
Оҙаҡ төҙөлгән объект булараҡ дан алған Иҫке Сибай мәктәбе лә ниһайәт ишектәрен асасаҡ. Март аҙағында сафҡа индереү рәхсәте алынған. Мәктәп 375 балаға иҫәпләнгән һәм таушалып бөткән белем усағына алмашҡа төҙөлдө. Ә бына балалар өсөн тәғәйенләнгән медицина учреждениеһы ярайһы уҡ тиҙ төҙөлә. Ҡыйыҡ, фасад, инженер селтәрҙәре һалыу , биҙәү эштәре лә бер юлы алып барыла. Балалар поликлиникаһы тәүге пациенттарын 30 июндә уҡ ҡабул итәсәк.
Икенсе һулышын Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы ла кисерә. Былтыр һөнәри белем биреү усағын капиталь төҙөкләндереүгә бюджеттан 56 миллион һум аҡса бүленде.
Колледжда төрлө йүнәлештәр буйынса 395 студент белем ала. Уҡыусыларға водитель таныҡлығында өҫтәмә категория биреү өсөн тәүҙә автодромды тәртипкә килтереү күҙаллана. Республика етәксеһенә яңы уҡыу шарттары күрһәтелде.
Уҡыу йорто 1975 йылдан алып эшләй һәм ошо ваҡыт эсендә ауыл хужалығы өсөн меңәрләп белгес сығарған. Яңыртылыу менән уның көнъяҡ райондарға аграр тармаҡ белгестәре әҙерләүсе төп белем усағы булып китеренә шик юҡ.




