Башҡортостанда етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға алдан тауыш биреүгә ғаризалар теркәлә

Башҡортостанда етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депуттарына кандидаттар һайлап алыу буйынса алдан тауыш биреүгә ғаризалар теркәлә. Документтар 27 апрелгә тиклем ҡабул ителә, тауыш биреү 22 майҙан 28-нә тиклем үтә. Әлегә унда ҡатнашыу өсөн ике йөҙҙән ашыу кеше заявка биргән. Улар араһында матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре лә бар. Депутатлыҡҡа кандидат булыуға дәғүә иткән билдәле журналистар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра

Журналист Рәмзиә Кәримованың исеме республика халҡына сәйәси-ижтимағи репортаждары, социаль проекттар аша яҡшы таныш. Рәмзиә Рафаэль ҡыҙының 30 йылға яҡын ғүмере телевидение менән бәйле. Ошо осорҙа уға Башҡортостанда уҙған халыҡ-ара кимәлдәге саралар уртаһында ҡайнарға ла, республиканы арҡырыһын буй йөрөп сығырға, төрлө проблемалары материалдар эшләргә лә тура килә. Журналист халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә тейеш, депутаттар иңендә лә ошо бурыс ята. Шуға күрә үҙемде сәйәсәттә һынап ҡарарға булдым, ти Рәмзиә Кәримова.

Билдәле журналист, шағирә Лариса Абдуллина ла етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депуттарына кандидаттар һайлап алыу буйынса алдан тауыш биреүгә ғариза тапшырған. Башҡортостан, Рәсәй киләсәген билдәләүҙә ҡатнашыу, тәү сиратта, илһөйәр быуын тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған. Лариса Хашим ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң егерме йылдан ашыу «Йәшлек» һәм «Башҡортостан» гәзиттәрендә уңышлы эшләне. Бөгөн уның етәкселегендә «Аҡбуҙат» балалар журналы географияһы, данаһы ла артҡандан-арта.

Депутатлыҡҡа кандидаттар исемлегенә «Ҡызыл таң» ижтимағи-сәйәси гәзите баш мөхәррире Фаил Фәтхетдинов та инеүе ихтимал. Уның журналистикала эшләүенә утыҙ йыл. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре исемен йөрөтә, филология фәндәре кандидаты. Фаил Камил улы билдәләүенсә, дәүләт үҫеше өсөн йәмғиәттең ҡануни нигеҙе ныҡ булыуы мотлаҡ. Халыҡтың ышанысын аҡларға кәрәк.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депуттарына кандидаттар һайлап алыу буйынса алдан тауыш биреүгә ғаризаларҙы 27 апрелгә тиклем тапшырырға мөмкин. Төбәктә ихтирам менән файҙаланған йәмғиәт фекере лидерҙары өсөн был партия майҙансығында үҙҙәрен күрһәтеүгә яҡшы мөмкинлек. Депутаттар корпусы составында һөҙөмтәле яңырыу көтөлә.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ