Төбәктең дәүләт һәм халыҡ телдәрен һаҡлауға йүнәлтелгән проекттар 3 миллион һумға тиклем грант ала

Төбәктә Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсы башланды. Унда республика биләмәһендә теркәлгән һәм кәмендә бер йыл эшмәкәрлек алып барған коммерция булмаған ойошмалар ҡатнаша ала. Конкурсанттар үҙ проекттарында төрлө өлкәләрҙә дәүләт, милли телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү һорауҙарын хәл итергә тейеш. Дәғүә итеүселәр 3 миллион һумға тиклем грант ярҙамы аласаҡ.

Былтыр ошо уҡ бәйгелә 28 коммерция булмаған ойошма еңеүсе тип танылғайны. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә башҡорт телен, тарихын һәм фольклорын өйрәнеү буйынса курстар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолғайны. Улар Башҡортостанда ғына түгел, Свердлов, Силәбе өлкәләре һәм башҡа төбәктәрҙә ғәмәлгә ашырылды. Бынан тыш, проекттарҙың ҡайһы берәүҙәре уҡыу әсбәптары, дидактик материалдар баҫтырыуға, видеояҙмалар, йәнһүрәттәр төшөрөүгә йүнәлтелгән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ