Республика Башлығы Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына госпиталдәрҙе һөҙөмтәле файҙаланыу өсөн шундай бурыс билдәләне. - Инфекция госпиталдәрен төҙөгәндә үк уларҙы коронавирус пандемияһынан һуң файҙаланыу мөмкинлеге ҡаралды. Сибай, Туймазы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы үҙәктәр буйынса ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Өфөлә Зубов ауылындағы госпиталдә әлегә коронавирус менән ауырыусылар дауалана, - тине ул.




