Дәүләт Думаһы хәрби иҫәпте электрон форматҡа күсереү тураһында закон проектын ҡабул итте

Ҡанун өсөнсө уҡыуҙа раҫланды. Законға ярашлы, повесткаларҙың электрон варианты ебәрелә башлай. Ватанды һаҡларға бурыслыларҙың берҙәм реестры булдырыла. Хәрби хеҙмәттән баш тартыусыларға сикләүҙәр ҡарала. “Электрон повесткалар “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ебәрелә”, - ти Федераль парламенттың оборона комитеты рәйесе Андрей Картаполов.

Дәүләт Думаһы хәрби иҫәпте электрон форматҡа күсереү тураһында закон проектын ҡабул итте

“Берҙәм реестр дәүләт ресурстарынан автоматик рәүештә килгән мәғлүмәттәр менән тулылана”, –ти Дәүләт Думаһы депутаты Андрей Красов. Был исемлек өлөшләтә мобилизация ваҡытында ебәрелгән хаталарҙы булдырмаҫҡа ярҙам итәсәк.

Дәүләт Думаһы хәрби иҫәпте электрон форматҡа күсереү тураһында закон проектын ҡабул итте

Закон Федерация Советына ебәрелгән. Документ яҙғы хәрби хеҙмәткә саҡырылышҡа ҡағылмай.

Фото №1 - Дәүләт Думаһы хәрби иҫәпте электрон форматҡа күсереү тураһында закон проектын ҡабул итте
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ