Йәшәү өсөн уңайлы мөхит булған биләмәләр исемлегенә Өфө, Туймазы, Дүртөйлө, Ағиҙел, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Ишембай, Яңауыл, Сибай, Октябрьский, Бөрө, Мәләүез, Салауат, Нефтекама һәм Белорет ингән. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә, республикала һуңғы 4 йылда уңайлы ҡалалар һаны ике тапҡырға артҡан. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы округында 3-сө урында.







