Республика халҡы алдан тауыш биреүҙә ҡатнаша аласаҡ

Етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарына кандидаттар һайлап алыу буйынса алдан тауыш биреү тәүге тапҡыр тик электрон тәртиптә ойошторола. Ул 22-һенән 28 майға тиклем уҙа. Был турала «Башинформ» агентлығында ойошторолған матбуғат конференцияһында хәбәр иттеләр.

Кандидаттар 27 апрелгә тиклем теркәлергә тейеш. Әйткәндәй, әле 712 кеше алдан һайлап алыу этабында ҡатнашырға теләк белдергән. Уларҙың өстән бер өлөшө 35 йәшкә тиклемге йәштәр. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарына кандидаттар һайлап алыу буйынса алдан тауыш биреүҙә ҡатнашырға теләүсе граждандарға 17 апрелдән «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша теркәлергә мөмкин.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарына кандидаттар һайлап алыуҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһы вәкилдәре күп булыр тип уйламағайныҡ. Был фирҡәнең абруйы юғары булыуы тураһында һөйләй. Кандидат булараҡ йәштәр ҙә теркәлә. Ғөмүмән, теләк белдереүселәр араһында йәмғиәттең төрлө ҡатлам вәкилдәре булыуы ҡыуандыра.

Константин Толкачев, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ