Өфөлә Экологик форум старт алды

Өфөлә төбәктең көнүҙәк экология мәсьәләләре тикшереүгә сығарылды. Бөгөн асылған күләмле форум өс көнгә иҫәпләнгән. Республикала тәбиғәтте һаҡлау мәҙәниәтен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған майҙанда федераль һәм төбәк ведомство вәкилдәре, Беларуссиянан, Силәбе, Ырымбур, Сверловск өлкәләренән, Татарстан республикаһы һәм илдең башҡа төбәктәренән ҡунаҡтар ҡатнаша.

Сара сиктәрендә төрлө техника һәм Башҡортостанда эшләп килгән предприятиелар күргәҙмәләре менән танышырға мөмкин. Форумда Рәсәй тәбиғәт ресурстары һәм экологияһы министрлығы һәм республика ведомстволары араһында төбәк предприятиеларында ҡалдыҡтарҙы кәметеү буйынса килешеүҙәр төҙөлдө. Был төбәктә киҫкен экология мәсьәләләрен хәл итеү буйынса мөһим аҙым булмаҡсы.

Әле форум сиктәрендә эшлекле әңгәмәләр дауам итә. Күләмле сара тураһында тулыраҡ яҙманы бөгөн сәғәт 7-се яртыла ҡарағыҙ.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ