Өфө хосписы күсмә бригадалар эшләүгә медицина лицензияһы алды

Дәүләткә ҡарамаған ойошма Өфө һәм Үҙәк медицина округы биләмәһендә паллиатив ярҙам күрһәтәсәк. Илдең иң эре хосписы тәүге пациенттар өсөн быйыл уҡ асыла. Бында 40 һәм 20 койкаға иҫәпләнгән өлкәндәр һәм балалар бүлектәре урынлашасаҡ. Әммә күсмә хеҙмәттәр учрежденин рәсми асылғанға тиклем үк паллиатив профилле пациенттарға ярҙам күрһәтә башлай.

Сирлеләр социаль, юридик һәм психологик ярҙам аласаҡ. Әлеге ваҡытта Дәүләт гарантиялары программаһы буйынса күрһәтеләсәк хеҙмәттәр күләме билдәләнә. Уларҙан тыш күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн сығымдарҙың барыһы ла «Өфө хосписы» хәйриә фонды иҫәбенә ҡаплана.

Бөгөн беҙ тәүге күсмә хеҙмәттәребеҙгә лицензия алдыҡ. Күсмә бригадалар өлкәндәр һәм балаларға өйҙәренә барып ярҙам итеп, хоспис эшмәкәрлегенең күсәгилешлеген тәьмин итәсәк. Сөнки күсмә бригадаһыҙ паллиатив йүнәлешле сирлеләргә сифатлы ярҙам күрһәтеү мөмкин түгел.

Радмила Сурначева, «Өфө хосписы» автономиялы коммерция булмаған медицина ойошмаһы башҡарма директоры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ