Салауат менән Стәрлетамаҡ «Таҙа һауа» федераль программаһына ҡушылды

Был сәнәғәт ҡалаларында хәүефле ҡалдыҡтарҙы кәметеү өсөн мөһим аҙым. Өфөлә үткән экология форумы сиктәрендә яуаплы ведомстволар, «Газпром Нефтехим Салауат» һәм «Башҡорт сода компанияһы» ойошмалары араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Өс көн дауамында майҙанда тематик күргәҙмәләр эшләй, эшлекле әңгәмәләр үтә. Форумды асыу тантанаһын БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина күҙәтте.

Форумда ҡатнашыусыларҙы майҙанда ойошторолған коммуналь техника күргәҙмәһе ҡаршыланы. Урам таҙартыу, сүп-сар ваҡлау, ташыу машиналары менән Башҡортостан башлығы ла танышты. Күптәрҙең иғтибарын ботаҡтарҙы юнысҡыға әйләндергән агрегат йәлеп итте. Иглин үлсәү заводы етештергән ҡоролма предприятиеларҙа һәм шәхси хужалыҡтарҙа файҙаланыла. Онтаҡты мУльча йәки төҙөлөш материалы итеп тә ҡулланалар.

Башҡортостандың химия һәм нефть химияһы сәнәғәте үҙәге булып торған Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында һауаны таҙартыу буйынса саралар күрелһә лә, ҡалдыҡтар зыяны мәсьәләһе көнүҙәк ҡала. Форум сиктәрендә ҡалаларҙа йәшәүселәрҙең хәүефһеҙ мөхит тураһындағы хыялына тағы ла бер аҙым яһалды. Федераль һәм төбәк ведомстволары, «Газпром Нефтехим Салауат» һәм «Башҡорт сода компанияһы» ойошмалары араһында айырым килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Был предприятиелар һауаға ырғытҡан матдәләрҙе кәметеү өсөн өҫтәмә ҡоролмалар ҡуйыу, иҫкеләрен алмаштырыу һәм башҡа яңы технологияларҙы күҙ уңында тота.

Башҡортостанда экология мәсьәләһенә юғары иғтибар бүленә. «Йәшел Башҡортостан» проекты сиктәрендә ағастар ултыртыла, сүп-сарҙы айырып ташлау буйынса контейнерҙар йылдан-йыл арта. Һуңғы 4 йылда 2 меңдән ашыу сүплек юҡ ителгән. Былтыр ойошторолған 3 меңдән ашыу экологик акцияла 2 миллионға яҡын кеше ҡатнашҡан.

Майҙанда республика предприятиелары күргәҙмәләре эшләне. Ойошмалар ҡалдыҡтарҙы утилләштереү буйынса заманса ысулдар тәҡдим итте. Урында икенсел сеймал өсөн файҙаланыласаҡ әйберҙәр тапшырырға мөмкин ине.

Күләмле сара Беларуссия республикаһы, ил төбәктәре вәкилдәрен бер майҙанға йыйҙы. Экология мәсьәләләренә арналған эшлекле әңгәмәләр, үҙенсәлекле оҫталыҡ дәрестәре тағы ла ике көн дауам итәсәк.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ