Өфөнән Әшә ҡалаһына «Ҡарлуғас» поезы хәрәкәт итә башланы

Заманса һәм пассажирҙар өсөн уңайлы составта көн һайын 510 кешене йөрөтөргә мөмкин. Өфөнән Әшәгә 1 cәғәт тә 46 минутта барып еткән поезд туристар өсөн ҡулай маршрут һанала. Киң тәҙрәләр, климат-контроль, видеокүҙәтеү системаһы һәм башҡа уңайлыҡтар ҡаралған. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Сәғәтенә 120 километр тиҙлектә хәрәкәт иткән «Ҡарлуғас» поезы Өфөнән Әшә ҡалаһына елдерә. Заманса алты вагонды берләштергән состав пассажирҙарға ҙур араны тиҙ ваҡытта үтергә мөмкинлек бирә. «Ҡарлуғас» баш ҡаланан Әшәгә осоп еткәнсе ике сәғәттән әҙерәк ваҡыт китә.

Электричка былтыр пилот проект буйынса һынап ҡарау өсөн йөрөтөлә башланы. Был маршрут буйынса транспорт артабан да хәрәкәт итәсәк, сөнки пассажирҙар араһында һорау менән файҙалана. Бынан тыш, Әшә районы аша үткән М 5 трассаһындағы сикләүҙәрҙе иҫәпкә алып «Ҡарлуғас» күптәр өсөн ҡулай маршрут булып тора.

510 пассажирҙы йөрөтөргә мөмкинлек биргән поезд рейсҡа көн һайын иртәнге 9-ҙа сыға. Билет хаҡы 241 һум.

Был поезд электричканы һәм автобусты берләштергән заманса транспорт сараһы. Пассажирға кәрәкле урынға тиҙ арала барып етергә булышлыҡ итә, туристарға һәм экскурсия төркөмдәре рәхәтләнеп сәйәхәт итә ала.

Артур Ғәлимов, Башҡортостан ҡала-яны пассажирҙар компанияһының маркетинг үҫеше бүлеге етәксеһе

Башҡортостанда «Ҡарлуғас» поезы Өфө-Раевка, Өфө- Абдуллин, Дим биҫтәһенән Иглин йүнәлештәрендә хәрәкәт итә. Пассажирҙың ваҡытын экономиялау өсөн ойошторолған маршруттарға билетты тимер юл вокзалында һәм мобиль ҡушымта аша һатып алырға була.

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ