«Ватан» башҡорт ирекле отряды хәрби әҙерлек уҙғарыу урынына ҡуҙғалды

«Ватан»дар Ватан һаҡларға юлланды. Ирекле отряд Өфөнөң Совет майҙанынан хәрби әҙерлек уҙғарыу урынына ҡуҙғалды. Күнекмәләр үткәндән һуң, яугирҙар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар сафына баҫасаҡ. Алыҫ юлға сыҡҡан ир-егеттәрҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, министрлыҡ-ведомство етәкселәре, дин әһелдәре, туғандары, дуҫтары оҙатты. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Өфөнөң Совет майҙанында Башҡортостан егеттәре бөгөн генә йыйылмай. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла, Украинала барған махсус хәрби операция биләмәһенә лә яугирҙар тап ошо урындан ҡуҙғала. «Ватан» тигән патриотик исем йөрөткән ирекле отряд егеттәрен ысын мәғәнәһендә ата-бабаларының лайыҡлы улдары тип әйтергә мөмкин.

Ирекле отряд йыл башында хәрби бәрелештәр ветераны, әле «Ватан»дың командиры «Самурай» ҡушаматлы яугир тәҡдиме буйынса йыйыла башланғайны. Формирование әрме сафында хеҙмәт иткән, «ҡыҙыу нөктәләрҙә» булған 90-ға яҡын уҙамандан тупланған. Улар араһында хәрби темаға тапшырыу алып барыусылар ҙа бар.

Ир-егеттәрҙе оҙатырға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та килде. Республика етәксеһе яугирҙарға уңыштар теләп, хәрби бурыстарҙы намыҫлы үтәгәндән һуң, йәнә Совет майҙанында осрашырға теләне. Шулай уҡ Миңлеғәле Шайморатов, Александр Доставалов, Салауат Юлаев исемедәге батальондар һәм мобилизацияланған һалдаттар менән ғорурланыуын белдерҙе.

Республика һәр һалдатты кәрәк-яраҡ әйберҙәр менән тәьмин иткән, көндәлек хеҙмәт өсөн 2 мең һум аҡса түләнә. Шулай уҡ контракт төҙөгәндән һуң 200 мең һум күсереләсәк. Яугирҙарға туғандары, дуҫтары менән хушлашырға ла ваҡыт бирелде. Һәр кемдең теләге бер - егеттәр иҫән-һау Еңеү менән әйләнеп ҡайтһын. Әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булған Хәмзә хәҙрәт яугирҙарға үҙ теләктәрен еткерҙе, доға ҡылды. Ул да яҡын арала махсус хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ.

Ирекле отряд тейәлгән автобустар күнекмәләр уҙғарыу урынына юлланды. Уларҙы сарала ҡатнашыусылар оҙатып ҡалды. Егеттәр хәрби һәм ҡорал менән эш итеү оҫталыҡтарын камиллаштырғандан һуң махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарға ҡушыласаҡ.

Ил намыҫын һаҡлау өсөн изге бурысын үтәргә һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләүселәрҙең күплеген иҫәпкә алып Башҡортсанда тағы ла ике отрядтар төҙөлә. Уларҙың береһе «Төньяҡ амурҙары» тип аталһа, икенсеһе данлыҡлы Ҡара генерал Даян Мурзин исемен йөрөтәсәк.

Әлфинә Килдейәрова

Волна
Акции БСТ