«Патриот» хәрби-патриотик паркындаүа физкультура-һауыҡтырыу комплексы, ятаҡ сафҡа индерелә

Әле майҙанда төҙөлөш эштәре башланған. Бөгөн эш барышы менән Башҡортостан Башлығы танышты. Радий Хәбиров ошонда уҡ хәрби-патриотик эшмәкәрлеккә арналған кәңәшмә үткәрҙе. Сарала һүҙ Башҡортостан ҡала-райондарында «Авангард» уҡытыу-методика үҙәгенең филиалдарын ойоштороу, «Патриот» паркы менән ДОСААФ-тың Башҡортостан төбәк бүлексәһе араһындағы хеҙмәттәшлек хаҡында һүҙ барҙы.

Бер йыл элек асылған «Авангард» уҡытыу-методика үҙәге хәҙер йәштәрҙең, үҫмерҙәрҙең яратҡан урыны. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бында 4 меңдән ашыу уҡыусы өсөн хәрби йыйын ойошторолған, 400-гә яҡын үҫмер хәрби-патриотик сменала ҡатнашҡан. Әлеге ваҡытта ла «Авангард»та Өфөнән ике белем усағының 10-сы синыф уҡыусылары күнекмәләр үтә. Уларҙы беҙ парашюттан һикергән мәлдә тап иттек.

«Патриот» паркы, «Авангард» уҡытыу-методика үҙәге биләмәһендә йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырыла. Әле бында төҙөлөш эштәре ҡайнай. Ашхана, физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм башҡа объекттар сафҡа индерелә. Республика Башлығы әйтеүенсә, спорт менән йыл әйләнәһенә шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу мотлаҡ.

«Патриот» паркы бөтәһе 8 зонаны үҙ эсенә ала, улар араһында Ҡораллы көстәр белгестәрен әҙерләү урыны ла, партизан ауылы ла, хәрби-тактик уйындар майҙаны ла, ялан лагеры ла, тарихи-реконструкция ҡаласығы ла бар. Ошонда уҡ асыҡ һауа аҫтындағы хәрби техника музейы эшләй.

Үҙәктә хәрби техника өлгөләре менән танышырға ла була. Майҙан да тиҫтәнән ашыу макет ҡуйылған. Ә ошо көндәрҙә генә алынған был бронетранспортерҙа йөрөп ҡарарға ла мөмкин, ул тулыһынса сафта. Әле бронетранспортерҙы техник хеҙмәтләндереү бара.

«Авангард» уҡытыу-методика үҙәгендәге кәңәшмәлә һөйләшеү хәрби-патриотик тәрбиә биреү буйынса эшмәкәрлекте киңерәк йәйелдереү, Башҡортостан төбәктәрендә филиалдар асыу, ДОСААФ-тың Башҡортостан төбәк бүлексәһе менән хеҙмәттәшлек хаҡында барҙы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, филиалдар Өфө үҙәгенән ҡалышмаҫҡа, юғары кимәлдә эшләнергә тейеш.

Әлеге заманда хәрби-патриотик тәрбиә биреү хаҡында күп һөйләйбеҙ. Әммә эшмәкәрлекте алып барыу өсөн тәү сиратта шарттар тыуҙырыу мөһим. Был йәһәттән «Патриот» паркы һәм «Авангард» уҡытыу-методика үҙәге өлгө булып тора.

Рәмзиә Кәримова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ