Миңлеғәли Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге балальондарҙа хеҙмәт итеүселәргә ярҙам ебәрергә мөмкин. Посылканың картон ҡумтала булыуы шарт. Хәмер, наркотик, аҡса, ҡорал, тиҙ боҙолоусы ризыҡ һалырға ярамай. Посылкала батальонды күрһәтергә, яугирҙең исем-шәрифен тулыһынса яҙырға кәрәк. Әйберҙәр 18 апрелдән 27-еһенә тиклем "Берҙәм Рәсәй" партияһының урындағы бүлексәләрендә Миңлеғәли Шайморатов исемендәге волонтерҙар штабында ҡабул ителә. Гуманитар ярҙам бер йөк менән оҙатыла.







