Башҡортостанда "Патриот" паркының филиалдары булдырыла

Тәүгеһе Баймаҡ районы Күлтабан ауылында асыла. Уны 2024 йылдың 1 сентбяренә тиклем файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Шулай уҡ Ауырғазы һәм Ҡыйғы райондарында ошондай лагерҙар булдырыла. Төҙөлөш өсөн аҡса киләһе йылда бүленә. "Патриот" хәрби-уҡытыу паркы Шишмә районында урынлашҡан. Радий Хәбиров белдереүенсә, дөрөҫ логистика булырға тейеш, Башҡортостандың бер яғынан икенсе өлөшөнә балаларҙы йөрөтөргә кәрәкмәй.  -Филиалдарҙың сифатлы итеп төҙөлөүе шарт, - тине Республика Башлығы.

Фото №1 - Башҡортостанда "Патриот" паркының филиалдары булдырыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ