Башҡорт халҡының 19-сы быуаттағы йәшәү рәүешен сағылдырған, юмор менән һуғарылған Хәбибулла Ибраһимовтың әҫәре театрҙың өс быуын актерҙарын бер сәхнәгә йыйҙы.- Музыкаль комедияла тамашасының күңеленә хуш килерлек ҡыҙыҡлы сюжет, көлкөлө хәлдәр, диалогтар һәм күңелле музыка бар, — ти спектаклдең режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев.
“Еҙнәкәй” спектакленең премьераһы 20 апрелдә була.




