«Патриот» паркы филиалдарын республиканың төрлө төбәктәрендә асыу ҡарала

Исемлектә Баймаҡ, Ҡыйғы, Ауығазы һәм башҡа райондар. Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙып сыҡты. «Республиканан хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар һәр ваҡыт элиталы ғәскәрҙәрҙә хөрмәт менән файҙалана. Бының өсөн беҙ башлыса 70-се йылдарҙа уҡ мәсьәләгә етди ҡараған ул саҡта КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты 1-се секретары Миҙхәт Закир улы Шакировҡа бурыслыбыҙ. Тап ошо осорҙа бөтә республика буйынса тирҙар, граната ырғытыу өсөн траншеялар барлыҡҡа килә.

Мәктәптәргә 5600 Калашников мылтығы һәм автоматы тапшырыла, башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәрен отставкалағы офицерҙар алып бара башлай. Был мәсьәлә бөгөн йәнә көнүҙәк. Шишмә районында асылған «Патриот» паркы үҙен аҡланы. 5 көн дауам иткән йыйындар барышында оялсан үҫмерҙәр ысын ир-егеттәргә, Ватан һаҡсыларына әйләнә Уларҙың хәрби тәжрибәһе булған остаздары биргән һабаҡтар тормошта мотпаҡ кәрәк буласаҡ тип яҙған төбәк етәксеһе.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ