Быйыл төҙөлөш темпын кәметмәй, киреһенсә арттырып, 2030 йылға күрһәткесте 4 миллион квадрат метрға еткереү бурысы ҡуйылған. Башҡортостан төҙөүселәре ассоциацияһының сираттағы ултырышында тармаҡты үҫтереү, торлаҡ сифатын арттырыу, граждандарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу мәсьәләләре күтәрелде. Махсус хәрби операция барған осорға төҙөлөш компанияларын ҡеүәтләү саралары ла билдәләнгән
Ултырыш барышында Донбасс менән туғандарса мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индергән төҙөлөш компанияларын бүләкләү тантанаһы ла үтте. Инфраструктураны тергеҙеүҙә булышлыҡ итеүселәргә Башҡортостан башлығынан Рәхмәт хаттары тапшырылды.






