«Ағиҙел» журналы йөҙ йыллыҡ юбилейын билдәләне

Әҙәби-нәфис һәм публицистик журнал йөҙ йыллыҡ юбилейы уңайынан «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ҙур тамаша ойошторҙо. Байрам фойела ойошторолған бай күргәҙмә менән танышыуҙан башланды.

Экспозицияға сығарылған эштәр араһынан баҫманың тәүге һандары, беренсе публицистик материалдар, коллектив фотолар айырым урын биләне. Башҡортостан Милли архивы тәҡдим иткән күргәҙмә лә бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Баҫма уҡыусылары «Ағиҙел» журналына бәйле анкета, рәсми документтар, һирәк осраған тарихи фотолар аша башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусылар менән танышты, хәтергә алды.

«Ағиҙел» журналы 1923 йылдың мартында «Яңы юл» исеме аҫтында нәшер ителә башлай. Баҫма концепцияһына үҙгәрештәр индерелеүгә, тарихи ваҡиғалар үҫешенә бәйле артабан «Белем», «Сәсән», «Үктәбер», «Әҙәби Башҡортостан» исемдәре аҫтында донъя күрә.

1961 йылда «Ағиҙел» итеп үҙгәртелә. Журналдың юбилейы уңайынан мөхәрририәт хеҙмәткәрҙәре республиканың юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Ҡотлау һүҙҙәре, рухлы йыр-бейеүҙәр менән бергә, кисәлә башҡорт әҙәбиәте йылъяҙмаһын байытыуға тос өлөш индергән шәхестәргә лә һүҙ бирелде. Радио-телевидение фондтарында һаҡланған яҙмаларҙан өҙөктәр яңғыраны.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ