Өфө хәрби комиссариатынан Башҡортостанға ялға ҡайтҡан ир-егеттәр махсус операцияға оҙатылды

Яҡындары, ғаиләләре менән ике аҙна ваҡыт үткәргән ир-егеттәр ял итеп артабан хәрби хеҙмәтен башҡарырға юлланды. Был ваҡыт эсендә уларҙың ҡайһы берәүҙәре мәктәп уҡыусылары менән аралашып, дуҫтары менән осрашҡан. Икенселәре никах уҡытып, ғаилә ҡороп өлгөргән. Әлбиттә, өлөшләтә мобилизацияға саҡырылған егеттәрҙең күбеһе отпускты өйҙәрендә, ғаиләләре менән үткәргән.

Өлөшләтә мобилизацияға саҡырылған йәки ирекле батальондар составында махсус операцияла хеҙмәт иткән ир-егеттәргә ярты йыл һайын отпуск ҡаралған. Өфө хәрби комиссариатынан хәрби хеҙмәткә юлланған 150 яҡташтарыбыҙ алғы һыҙыҡта булған иптәштәренә яҡындарынан посылкалар, шәхси әйберҙәр алып китте.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ