Ул Өфөлә үткән экология форумы сиктәрендә ойошторолдо. Ошо уңайҙан бөгөн ведомство вәкилдәре, экологтар һәм киң мәғлүмәт саралары ветерандары ҡатнашлығында беренсе дискуссия майҙансығы үтте.
Тәүге осрашыуҙа белгестәр коллегияһының талаптары, башҡарыласаҡ эштәр билдәләнде. Экомедиа үҙәк эшмәкәрлеге экологияға ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе ялғанынан айырыуға ҡайтып ҡала. Киң мәғлүмәт сараларында донъя күрәсәк материалдарҙы көйләү, уларҙың дөрөҫлөгөн фашлау кеүек һорауҙар тап үҙәктә хәл ителәсәк.






