Рәсәй геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланған ҡорға Башҡортостандың төрлө төбәктәренән, Пермь крайынан, Свердлов, Силәбе, Һарытау һәм Ырымбур өлкәләре вәкилдәре йыйылды.
Ултырышта йыйын алдында ҡуйылған бурыстар барланды, маҡсаттар билдәләнде. Башҡорт ырыуҙары ҡоро рәйесе итеп бер тауыштан Юрматы ырыуынан Вельмир Аҙнаев, урынбаҫар вазифаһына Тамъян ырыуы ҡоро башлығы Рөстәм Исхаҡов һайланды.
Йыйын барышында ҡор башлыҡтары киләсәктә ырыуҙарҙың эшен йәнләндереү хаҡында ла һүҙ йөрөттө. Ете быуын шәжәрәһен киләсәк быуынға еткереү, төрлө ырыу вәкилдәре - билдәле шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү кеүек тәҡдимдәр яңғыраны.






