Бал сифатын тикшереү буйынса халыҡ алымдары ни бары миф. Татлы ризыҡтың сафмы, әллә ялғанмы икәнлеген тик лабораторияла ғына асыҡларға мөмкин, ти белгестәр. Бынан тыш, Стандартлаштырыу, метрология һәм тикшеренеүҙәр үҙәге умартасылыҡ продукцияһының сифатын, антибиотиктар, пестицидтар барлығына ла тикшерә. Балды экспертизалау барышын Айнур Кәбиров күҙәтте.
Оксана хәҙер балдың сифатын тәү ҡарауҙан да самалай ала. Ризыҡ шыйыҡ, ҡыуыҡтары бар икән, тимәк, ул ваҡытынан иртә айыртылған.Тимәк, балдың составында һыу күп һәм ул әсей башлаған. Шуға күрә һатып алыусыларға тәү сиратта ошо күрһәткескә иғтибар итергә кәңәш ителә.
Балдың башҡа сифаттарын ябай кеше билдәләрлек түгел. Ҡалған һорауҙарға яуапты лаборатория шарттарында ғына табырға мөмкин. Тәү сиратта татлы ризыҡта һыу күләме билдәләнә. Тап ошо күрһәткес балды һаҡлау ваҡытына йоғонто яһай. Һуңынан белгестәр уны микроскоп аҫтына һала. Был этапта балдың йүкәме, әллә башҡа үҫемлек һеркәләре бармы икәнлеген тикшерә.
Пробаға алынған күләмдә йүкә ағасы һеркәләре кәм тигәндә утыҙ процент тәшкил итһә, был балды ысын йүкәнеке тип әйтергә мөмкин. Ҡайһы бер осраҡта ул 60 процентҡа ла етә. Был осраҡта әлбиттә, продукцияның хаҡы ла юғарыраҡ. Тап ошо үҫемлек һеркәләре ризыҡтың татлылығын, төҫөн билдәләй ҙә инде. Асыҡ миҫал ҡара бойҙай балы. Үҙемлектең һеркәләре ҙур булғанлыҡтан ул ҡуйы көрән төҫтә һәм тәме лә башҡаларҙан ҡырҡа айырыла. Тап шул һеркәләр ҙурлығы арҡаһында ҡара бойҙай балы тиҙерәк шәкәрләнә. Әйткәндәй, шәкәрләнгән бал һис тә ялған булмай, киреһенсә, әгәр бер йылдан ашыу бал шыйыҡ ҡала икән, унан баш тартыу хәйерлерәк.
Әммә башҡорт балы ғәҙәттә, шәкәрләнергә тейеш. Сөнки уның составында шәкәр 90 процентҡа тиклем етә. Шулай уҡ унда ауыр маталдар ҙа байтаҡ. Лаборатория шарттарында уларҙың да күләме асыҡлана. Артығы китһә ҡулланыу хәүефле.
Лаборатор шарттарҙа балда антибиотиктар миҡдары ла тикшерелә. Ҡыҙғанысҡа, әле дүрт төрө генә асыҡлана. Тап шуның өсөн дә татлы ризыҡты сит илдәргә сығарыу ҡатмарлаша. Ә антибиотиктар балға шул уҡ сит төбәктәрҙән килеп эләгә.
Белгестәрҙең балдағы глюкоза һәм фруктоза күләмен тикшереү мөмкинлеге лә бар. Тап ошо матдәләр мутлашыусылар хәйләһен фаш итә лә инде.
Һуңынан ғына лаборатория белгестәре умартасылыҡ менән шөғөлләнеүсегә сертификат тапшыра. Документтары булған йүнсел генә үҙ продукцияһының сифатына гарантия бирә ала. Башҡа бер алым да, һынамыш, фокустар ҙа дәлил була алмай. Балға тығылған ҡалап ҡоламаҫҡа, бер һауыттан икенсеһенә ҡойғанда ағымы өҙәлмәҫкә тейеш, һыу менән бутағанда тәрилкәлә керәҙдәр барлыҡҡа килә тигән халыҡ алымдары бөтөнләй эшләмәй. Татлы ризыҡ һатып алғанда тик умартасының, йәнселдең, алыпһатарҙың намыҫына ғына өмөтләнергә мөмкин.
Айнур Кәбиров






