Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров “Рәсәй баҡсасылар союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре менән осрашты. Унда янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләләре ҡаралды. Башҡортостан Башлығы тәҡдиме буйынса баҡсасылыҡ ширҡәтендә йәшәгән пенсионерҙарға мини-сирена бушлай бирелә. “Был прибор кешеләрҙең һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалыуға тос өлөш индерәсәк”, - ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгесе Зәйтүнгөл Собханғолова.
Быйыл республикала утта 91 кеше һәләк булған.
Уҙған тәүлектә республикала ҡоро үләнгә ут ҡабыуҙың 37 осрағы теркәлгән, 90 янғын сыҡҡан. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Бөгөн Башҡортостан урмандарында юғары янғын хәүефе һаҡлана. Ҡотҡарыусылар халыҡты иғтибарлы булырға, сүп-сар яндырмаҫҡа саҡыра.







